MENU

20:48
Ҡорбан байрам!
Аллаға шөкөр, йылдан-йыл Ҡорбан байрамдары шундай матур, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтә башланы. Быйыл да «Сәхибә » мәсетендә үткәрелгән Ҡорбан ғәйете байрамында Юлдыбай ауылы халҡы берҙәм һәм әүҙем ҡатнашты. Юлдыбай ауылынан сығыусы яҡташыбыҙ Суфиянов Азамат Сәғиҙулла улы һәм ауылдаштарыбыҙ Кунысбаев Ильнур, Минибаев Хәйҙәр ҡорбан салдыртып ауылдаштарын ҡорбан ашы менән һыйланы. Ауылдаштар исеменән һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ: ныҡлы һаулыҡ, ҡыуаныс - шатлыҡтарға төрөнөп оҙон - оҙаҡ йәшәргә яҙһын!

Ҡорбандарығыҙ ҡабул булып, изгелектәре үҙегеҙгә меңләтә сауап булып ҡайтһын!

Район үҙәгенән килеүсе ҡунағыбыҙ ООО "ГАРАНТСТРОЙ" директоры Зиннәтуллин Әмир Әхмәт улы ауыл халҡын байрам менән ҡотлап үтте, мәсеткә бүләктәрен тапшырҙы, аҡсалата ярҙам итте. Шулай уҡ беҙҙең байрамда ауыл биләмәһе башлығы Кильсенбаев Ильдар Наил улы ,байрамды ойоштороусы имамыбыҙ Мансур хәҙрәт, ағинәйҙәр һәм ауыл халҡы ҡатнашты.Ҡорбан салыусы ир-егеттәргә, бешереүсе һәм өҫтәл әҙерләүҙә ярҙам иткән барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙарға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Ауылыбыҙҙы бәлә - ҡаза урап үтһен,ил - йорт тыныс булһын! Һәр ваҡыт шулай бергә - берҙәм булайыҡ!

Просмотров: 65 | Добавил: РФ | Рейтинг: 3.7/3
Всего комментариев: 0
avatar