MENU

19:46
"Картуфҡа" байрам яһаныҡ
Картуф, кәртүк, бәрәңге, ер алмаһы тип тә йөрөтәләр уны. Атамаһы төрлө булһа ла, бөтәһе лә был ризыҡты көнкүрештә берҙәй киң ҡуллана. Ысынлап та, икенсе икмәгебеҙгә тиң картуфҡа арнап бик матур сара үткәреп ебәрҙек әле бөгөн.

Беҙҙең яҡта картуф тиҙәр,
Кемдер әйтә бәрәңге.
Икенселәй икмәк тә һин
Аҙыҡтың иң кәрәге.

15 ноябрҙә Яңы Хвалын утары клубында күркәм байрам уҙҙы "Картуф байрамы". Юлдыбай ауылы биләмәһе һәм Нуҡай ауылы биләмәһе мәҙәниәт хеҙмәткәре үҙҙәренең байрам сараһын жюри ағзаларына күрһәтеп утте.

Байрамда ауыл уңғанбикәләре үҙ ҡулдары етештергән тауарҙарын тәҡдим итте. Шулай уҡ аш-һыу һәм төрлө йәшелсәләрҙән эшләнелгән композицияларҙан күргәҙмә ойошторолдо. Юлдыбай, Һатлыҡ һәм Яңы Хвалын ауылы китапханасылары "Йәшелсәгә йәшел урам" исемле әҙәби күргәҙмәһе менән таныштырып үттеләр.Күргәҙмәлә картуф, йәшелсәләр тураһында төрлө мәғлүмәт теркәлгән ине.

Байрам картуфтың файҙаһы һәм ҡыҙыҡлы тарихы тураһында әңгәмә мҽнән башланып киттҽ. Артабан картуф тураһында йомаҡтар сисҽп, мәҡәл-әйтҽмдәр әйтҽшҽп, шиғырҙар уҡып , таҡмаҡтар, йырҙар йырланды һәм ҡыҙыҡлы мәҙәктәр ҙә булды. Аш-һыу әҙерләү мастер-класс та күрһәтелде. Байрамдың аҙағы музыкаль сәләм менән тамамланып ҡуйҙы.

Артабан байрам борлап ултырған самауыр янында тәмлҽ ризыҡтар мҽнән сәй эсҽп, күңҽллҽ һөйләшҽү мҽнән йомғаҡланды. Быйылғы йылдың шифалы ямғырҙарына рәхмәттәр әйтҽп, киләһҽ йылдарға уй- маҡсаттар билдәләп, изгҽ тҽләктәр әйтҽп байрамдан таралды халыҡ.

Просмотров: 94 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar