MENU

11:06
"Кәкүк сәйе" байрамы
Кәкүк сәйе - борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.

Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән.

Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып туғайға сыға.

5 - се май Юлдыбай ауылы ағинәйҙәре,мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ҡатын-ҡыҙҙар активы яланға "Ҡайынтау" шишмәһе эргәһенә «Кәкүк сәйе»байрамына йыйылдылар. Тәүҙә мәҙәниәт хеҙмәткәре был йоланың нисек,ҡасан барлыҡҡа килеүен һөйләнеләр, инәйҙәр кәкүккә арнап шиғырҙар, йырҙар йырланы,кәкүктән йәш һоранылар. Ошонда уҡ дарыу үләндәре, уларҙың файҙаһы тураһында һөйләп, викторина үткәрелде.

Аш-һыу әҙер булғансы, уйындар ойошторолдо. Ҡайтыр саҡта табындан ҡалған ашамлыҡтарҙы, теләнә-теләнә, ағас аҫтына ҡалдырҙылар.

Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда,
Саҡырһаңсы ағас башында.
Саҡырмасы, кәкүк, эй ҡаршымда -
Хәсрәт кенә бирмә башыма!

Просмотров: 111 | Добавил: РФ | Рейтинг: 4.0/2
Всего комментариев: 0
avatar