MENU

19:40
"Ил ағаһы - Мортаза"
Бөгөн, 7 февралдә, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тыуыуына 90 йыл. Ул Республиканың тотороҡлоғо, үҫеше һәм киләсәге өсөн ҙур өлөш индергән етәксе шәхес һәм сәйәсмән булараҡ, төбәк, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә ҙур танылыу тапты.

Ошо уңайҙан Юлдыбай ауылы китапханаһында - бөйөк тарихи шәхес, халҡыбыҙҙың тоғро ҡалҡаны, Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың иҫтәлеге хөрмәтенә, уның тормош һәм хеҙмәт юлына арналған «Ил ағаһы - Мортаза » тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.

Китап күргәҙмәһендә Мортаза Ғөбәйҙулла улының республиканың үҙаллылығын һаҡлауға күп көс һалған, халыҡ яҙмышы өсөн борсолған, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан етәксе булыуын сағылдырған китаптар урын алды.

Просмотров: 39 | Добавил: РФ | Рейтинг: 4.5/2
Всего комментариев: 0
avatar