MENU

13:56
"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!"
8 июнь Юлдыбай ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы үтте. Юлдыбайҙар был ҙур сараға алдан ныҡлы әҙерләнде: һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, буяны, ағартты. Байрам уңайынан тырыш һәм уңған хужабикәләр мул өҫтәл әҙерләп, үҙ ҡул эштәре менән таныштырып үттеләр, йола күрһәттеләр. Байрамдың икенсе өлөшө Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортонда дауам итте, халыҡ өсөн концерт байрамы ла әҙерләнгән ине.

Хөрмәтле, ауылдаштар! Һеҙгә таҙалыҡ - һаулыҡ, күп шатлыҡтар һәм ҙур уңыштар, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Ҡан ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡты яңыртҡан байрам күңелдәрҙә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырыр тип ышанабыҙ.

Просмотров: 116 | Добавил: РФ | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
avatar