MENU

10:12
"Ҡатын-ҡыҙ - донъя биҙәге"
7 март Юлдыбай ауылы мәҙәниәт йортонда, китапхана менән берлектә, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрам сараһы үткәрелде. Бында матурлыҡ, аш-һыуға оҫта, йыр-бейеүгә дәртле ҡатын-ҡыҙҙар сәхнә түрен йәмләнеләр. Байрам сараһы матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, уйындар менән үрелеп барҙы."Шалҡан" әкиәтенең импровизацияһы ла байрамға килеүселәргә хуш килде.

Барлыҡ хатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ ғаилә бәхете, яҙ ҡояшылай йылмайып, балҡып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Просмотров: 82 | Добавил: РФ | Рейтинг: 5.0/3
Всего комментариев: 0
avatar